BABY Ti Хинэ генэ

Добавлено: 15.12.2025 · Просмотры: 12
Һалҡын төндә тәҙрәгә ҡарайым
Һағыш тулы күҙҙәрем төбәп
Һине һағынып зарығып илайым
Шылтыратсы, табып бер сәбәп
Көтәм әле, тиҙҙән яҙҙар етер
Мин дә һағынып килеп етермен
Ҡыш-яҙ үтеп сәскә атҡан саҡта
Ялан гөлөн бүләк итермен
Тиҙҙән яҙҙар етер, килермен мин һиңә
Йөрәк хағына эрней, зинһар көт кенә!
Терәк таяныс булып һин генә булдың әргәлә 
Ошо йырҙа рәхмәтемде килтерәм мин һиңә 
Эй, алыҫтарҙа мин булһамда
Йөрәгем һағынып һине көтә
Һиңә бара ярата йәнем һин ҡайҙа
Эй, Шөкөр итеп Хоҙай биргәндәргә
Тыңлар инем йөрәк тибешен, йөрәк тибешен
Һинең , белән икәү бергә булып
Шыҡһыҙ көҙҙөң айлы кистәрен
Тыңлар инем, тыңлар инем йөрәк тибешен
Тыңлар инем, тыңлар инем йөрәк тибешен, йөрәк тибешен